ВЕТОШНИКОВ, ауыл, 2005 й. алып Өфө эсендә. 17 б. аҙ. — 18 б. башында сит ил кешеһе (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) И.О.Лошкеевтың ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1711 й. ул Г.Д.Ветошников (ҡара: Ветошниковтар) биләмәһенә күсә. 1762 й. В. 5 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 5 йортта — 40 кеше. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 180 кеше; 1920 — 290; 1939 — 331; 1959 — 215; 1989 — 118; 2002 — 152 кеше. 2005 й. ҡарата Өфө р-нының Жуков а/с ҡараған, хәҙ. көндә Ленин р-ны терр-яһы (Вешняков урамы).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика