ВЕСЁЛЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 45 кеше; 1939 — 58; 1959 — 276; 1989 — 300; 2002 — 313; 2010 — 296 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Преображеновка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 1917 й. һуң Стәрлетамаҡ өйәҙендә элекке Нагаевтар утары урынында “Венера” а.х. коммунаһы булараҡ нигеҙ һалына. 30-сы йй. аҙ. хәҙ. исемде йөрөткән ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Д.Г.Күскилдин, Ю.Әәримов

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика