ВЕСЕЛОВКА, Кинсеккәй, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с  ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 279 кеше; 1959 — 306; 1989 — 201; 2002 — 226; 2010 — 233 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1927 й. Стәрлетамаҡ кантонында ш. уҡ кантондың Кирюшкин а. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика