АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР, минераль ашламалар сифатында йәки улар өсөн сеймал итеп ҡулланылған һәм составында фосфор (апатиттар, фосфориттар), калий (глауконит, карналлит, сильвин), азот (тәбиғи калий һәм натрий селитралары) булған тау тоҡомдары һәм минералдар. Шулай уҡ төп тәғәйенләнешле булмаған ашламаларға ҡараған А.м. була: бентониттар, диатомиттар, доломиттар, опокалар, трепелдар, цеолиттар, эзбиз туфтары, эзбизташтар һ.б. БР‑ҙа карбонат мелиоранттары итеп файҙалана торған 107 эзбизле гажа, 57 эзбизташ һәм доломит ятҡылығы тикшерелгән.

Әҙәб.: Гиммельфарб Б.М. Агрономические руды. М.; Л., 1938; Минерально-производственный комплекс неметаллических полезных ископаемых Республики Башкортостан. Казань, 1999.

Ғ.Ш.Жданов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке