ВЕРХОТОР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Верхотор а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 42 км һәм Салауат т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Тор й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3753 кеше; 1920 — 4916; 1939 — 3852; 1959 — 2051; 1989 — 839; 2002 — 756; 2010 — 818 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, амбулатория, китапхана бар. Ауылға 18 б. 60‑сы йй. башында Верхотор‑Завод исеме м‑н Верхотор заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. 619 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 341 йортта — 3340 кеше. Заводта эшләү, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 һыу тирмәне булған. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү, ирҙәр земство мәктәбе һәм 2 ҡыҙҙар дини идаралыҡ мәктәбе, заводтың ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, тирмән, 7 тимерлек, шарап, мануфактура, 2 һыра һәм 7 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; шөғөлдәр араһында заводта эшләү, игенселек, ылаусылыҡ билдәләнгән. 1930—32 йй. — Верхотор районының адм. үҙәге. В.А.Потеряхин, Н.А.Черных ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика