ВӘРӘШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 649 кеше; 1939 — 575; 1959 — 373; 1989 — 202; 2002 — 169; 2010 — 170 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Уртауыл урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1850 й. Бөрө өйәҙе Уран улусының Уртауыл һәм Яңауыл аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙһала. 1865 й. 54 йортта 283 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика