ЕТЕБОЛАҠ, 2‑се Дәүләтҡол, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Күгәрсен а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 37 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Күгәрсен й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 220 кеше; 1920 — 232; 1939 — 287; 1959 — 221; 1989 — 164; 2002 — 134; 2010 — 131 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Күгәрсен урта мәктәбе филиалы), клуб, мәсет бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Ырымбур өйәҙе Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Дәүләтҡол (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Ғәббәс, Әбдесәләм, Сыңғыҙ һәм Алтынса Дәүләтҡоловтар билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 50 йортта 337 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. аҙ. 1‑се Дәүләтҡол бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң 2‑се Дәүләтҡол исеме м‑н теркәлгән. 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика