ВӘКИЙӘР, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Йыланлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 21 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Вәкийәр й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 563; 1939 — 418; 1959 — 394; 1989 — 447; 2002 — 500; 2010 — 445 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1761 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Ғүмәр исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 8 йортта 54 кеше йәшәгән, 1865 й. 36 йортта — 252 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика