ВЕДРЕСЕВ, Краснокама р-нындағы ауыл, Никольск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 36 км һәм Ҡарман т. юл ст. К.-Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Әгерже й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 283 кеше; 1920 — 311; 1939 — 271; 1959 — 228; 1989 — 120; 2002 — 109; 2010 — 97 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мүзәк урта мәктәбе филиалы) бар. Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1684 й. алып билдәле. Шулай уҡ Ведраево исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 142 кеше (ш. уҡ аҫаба башҡорттар ҙа иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. 19 йортта — 114 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика