ВАСЙЫЛҒА, Балаҡатай р-нындағы ауыл, Майғаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Васйылға й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 36 кеше; 1959 — 397; 1989 — 242; 2002 — 285; 2010 — 178 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Майғаҙы урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға, 20 б. 30-сы йй. Алағуҙ с-зы ойошторолғандан һуң, с-здың Турин (Васйылға) бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 30-сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

 Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика