ВАСИЛЬЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 768 кеше; 1989 — 752; 2002 — 707; 2010 — 655 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға, 1936 й. Аллағыуат элеваторы төҙөлгәндән һуң ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. Элеватор, 8-се разъезд, Аллағыуат станцияһы исемдәре м‑н билдәле булған. 1959 й. Васильевка станцияһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 1964—65 йй. бында Аллағыуат а. кешеләренең бер өлөшө күсереп ултыртыла. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Текст на русском языке 

Ю.Әәримов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика