ВАСИЛЬЕВКА, Йылайыр р-нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 138 км алыҫлыҡта Ботороз й. (Йылайыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 276 кеше; 1920 — 657; 1939 — 710; 1959 — 247; 1989 — 115; 2002 — 100; 2010 — 66 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Йылайыр урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Орск өйәҙендә нигеҙ һалына, 1891 й. алып Ботороз утары булараҡ билдәле (26 йортта 175 кеше йәшәгән). Башҡа мәғлүмәттәр б-са, 18 б. 50-се йй. баҡыр иретеү заводтары төҙөлөүгә бәйле нигеҙ һалына. 1920 й. Васильевский утары (Ботороз) булараҡ теркәлгән, 50-се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика