ВАСИЛЬЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡарасәй й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 619 кеше; 1920 — 746; 1939 — 926; 1959 — 764; 1989 — 758; 2002 — 760; 2010 — 729 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө өйәҙе Ҡамышлы а. (хәҙ. Өфө р‑ны) сыуаштары 1802 й. купчий ҡағыҙы б‑са Егәнбаш исеме м‑н нигеҙ һала. Һуңыраҡ ауыл кешеләренең береһе исеме м‑н аталған. 1865 й. В. (Егән) 51 йортта 303 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. 

 

Н.Ғ.Фәйзуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика