ВАРЗИТАМАҠ, Борай р-нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 14 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 369 кеше; 1920 – 453; 1939 – 454; 1959 – 340; 1989 – 146; 2002 – 117; 2010 – 91 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1811 й. һәм 1815 й. араһында Бөрө өйәҙе Таҙлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған (Варзы й. тамағы). 1865 й. 37 йортта 207 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Н.К.Зәйнәшев ошо ауылда тыуған.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика