ВАРВАРИНО, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Нордовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км алыҫлыҡта һәм Ергән т. юл ст. К.-Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 866 кеше; 1920 — 1058; 1939 — 841; 1959 — 288; 1989 — 228; 2002 — 177; 2010 — 188 кеше. Урыҫтар, ҡаҙаҡтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Һарытау губернаһынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. В. (Саратовка) исеме м‑н теркәлгән, 118 йортта 910 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, тимерлек, 1 һыра һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. В.П.Марюткин ошо ауылда тыуған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика