АГРОМЕТЕОРОЛОГИЯ (агро... һәм метеорология), метеорологияның метеорологик, климатик һәм гидрологик шарттарҙы а.х. объекттары һәм процестары м‑н үҙ‑ара йоғонтола өйрәнеүсе бүлеге. А. төп маҡсаты: ауыл хужалығын агрометеорологик мәғлүмәт м‑н ваҡытында тәьмин итеү, агрометеорологик прогноз, насар һауа шарттарының үҫемлекселеккә йоғонтоһон кәметеү ысулдарын уйлап табыу, уларға агротехниканың яраҡлашыуын нигеҙләү. Башҡортостанда агрометеорологик күҙәтеүҙәр 19 б. аҙ. башлана: 1893 й. алып Бөрө ҡ. метеостанцияһында, 1913 й. — Шишмә ауылында. 1912 й. метеорология селтәре 22, 1917 й. — 83 метеостанцияны берләштерә. 1928—30 йй. СССР ФА фәнни экспедицияһының метеорология отряды БАССР‑ҙың климатик картаһын төҙөй, респ. игенселек ХК ҡарамағына 6 метеостанция тапшырыла. 1936 й. алып күпселек метеостанцияларҙа фенологик күҙәтеүҙәр м‑н бер рәттән тупраҡтың дымлылығын һ.б. күрһәткестәрҙе тикшереү алып барыла. 50‑се йй. тупраҡ төрөнә һәм метеорологик шарттарға ҡарап ужым һәм яҙғы бойҙай сәсеүҙең иң уңайлы ваҡыты билдәләнә. 1964 й. алып агрометеорологик тикшеренеүҙәр Башҡ‑н гидрометеорология һәм тирә‑яҡ мөхит мониторингы идаралығында алып барыла, 80‑се йй. башынан — ҡырау, ҡоролоҡ һ.б. метеорологик күренештәрҙең а.х. йоғонтоһо өйрәнелә (Т.И.Власова); 90‑сы йй. башлап Аграр университетта агрометеорологик шарттарға бәйле бойҙай, ужым арышы һәм арпаның уңышы формалашыу, ужым иген культураларының ҡышлау үҙенсәлектәре тикшерелә (В.М.Вәлиев, Р.Р.Ғәйфуллин, Р.Р.Исмәғилев). Агрометеорологик күҙәтеүҙәр 19 метеостанцияла һәм 1 поста алып барыла, 21 төр агрометеорологик прогноз төҙөлә, ун көнлөк, айлыҡ агрометеорологик мәғлүмәттәр, йыллыҡ күҙәтеүҙәр һәм баҫмалар сығарыла. Шулай уҡ ҡара: Агроклиматология.

Әҙәб.: Чирков Ю.И. Агрометеорология. Л., 1979.

Т.И.Власова, Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018