ВАНЫШ-АЛПАУЫТ, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Урыҫ мейесе й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1134 кеше; 1920 — 1321; 1939 — 1104; 1959 — 952; 1989 — 557; 2002 — 483; 2010 — 446 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1707 й. алып билдәле. 1791 й. керҙәшлек килешеүе (1796 й. рәсмиләштерелгән) б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1865 й. 143 йортта 923 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 4 сауҙа кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Текст на русском языке

 

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика