ЕРМОЛАЕВКА, ауыл, Көйөргәҙе р‑ны (1935—63 йй. һәм 1992 й. алып) һәм Ермолаевка а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән К. табан 245 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында, Куйбышев т. юлында (Дим—Мораптал участкаһы), Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 0,6; 1920 — 1,0; 1939 — 5,4; 1959 — 6,8; 1989 — 5,5; 2002 — 6,3; 2010 — 6,4. Урыҫтар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Ермолаевка урта мәктәбе №1), музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, коррекция мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (10 үҙешмәкәр сәнғәт коллективы), балалар китапханаһы, Көйөргәҙе музейы, 2 мәсет һәм сиркәү бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә (уларҙы 1783 й. майор А.Т.Ермолаев һәм надворный советник Е.С.Толбузин һатып ала) алпауыт крәҫтиәндәре Е. исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Көйөргәҙе булараҡ теркәлгән. 1795 й. 14 йортта 278 кеше йәшәгән, 1866 й. 60 йортта — 420 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. сиркәү, мәктәп, шарап ҡыуыу з‑ды (ҡара: “Көйөргәҙе”), һыу тирмәне, урындағы электр станцияһы булған. 1919—22 йй. Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонының, 1990—92 йй. Күмертау р‑нының адм. үҙәге. 1949 й. алып ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Е. дендропаркы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Р.Ф.Исмәғилев, К.А.Лоҡманова, Б.А.Михелёв, В.Г.Недошивин, З.Ғ.Сәхипова, П.В.Ульянов, Д.Ю.Шляхов ошо ауылда тыуған.

 

И.Э.Мөхәмәтнуров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика