ВАВИЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 21 кеше; 1920 — 111; 1939 — 56; 1959 — 310; 1989 — 219; 2002 — 197; 2010 — 231 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙендә дворян Вавиловтарҙың ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1624 й. алып билдәле. 1865 й. 11 йортта 49 кеше йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика