ЕРЕКЛЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 55 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 296 кеше; 1920 — 315; 1939 — 228; 1959 — 196; 1989 — 118; 2002 — 178; 2010 — 186 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәҡсүт урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 17 б. Нуғай даруғаһы ҠараҠыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бәләкәй Абыҙ исеме м-н нигеҙ һала. Шулай уҡ Етебүләк, Һаҙ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 40 йортта 411 кеше йәшәгән, 1866 й. 159 йортта — 704 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. М.М.Ҡолшәрипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика