ЕРЕКЛЕ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 951 кеше; 1920 — 1117; 1939 — 1080; 1959 — 804; 1989 — 572; 2002 — 555; 2010 — 506 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1775 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1760 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаштар Түбәнге Сиҙәк (Ерекле) исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. уртаһына тиклем халҡы Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (хәҙ. Бәләкәй Сиҙәк а.) халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1795 й. 38 кеше йәшәгән, 1865 й. 102 йортта — 709 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1895 й. төҙөлгән), министрлыҡ мәктәбе, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20-се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. П.Е.Васильев, А.И.Тимофеев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика