ЕРЕК, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 37 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Ҡуҙғауыл й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 327 кеше; 1920 — 405; 1939 — 401; 1959 — 377; 1989 — 228; 2002 — 198; 2010 — 161 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1850 й. һәм 1859 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Табын улусы Оло һәм Бәләкәй Үтәш аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 25 йортта 194 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. Иҫке Ерек булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика