ЕЛӘҘЕКҮЛ, Балтас р-нындағы ауыл, Түб. Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Еләҙекүл (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 727 кеше; 1920 — 736; 1939 — 513; 1959 — 492; 1989 — 298; 2002 — 252; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1803 й. һәм 1811 й. араһында Бөрө өйәҙе Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Суртанлыкүл а. мишәрҙәре Е. (Суртанлы) исеме м‑н нигеҙ һала. Шундай уҡ шарттарҙа 1825 й., 1835 й. бында шул уҡ өйәҙ ауылдарынан мишәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп урынлаша. 1865 й. Е. (Яңы Суртанлыла) 90 йортта 488 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете теркәлгән.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика