ЕКАТЕРИНОВКА, Бәләбәй р-нын-дағы ауыл, Баженов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 20 км һәм Приют т. юл ст. Т.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 161 кеше; 1920 — 380; 1939 — 204; 1959 — 372; 1989 — 100; 2002 — 117; 2010 — 122 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә алпауыт Буниндарҙан һатып алынған ерҙәрҙә Сембер губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1906 й. Екатериновка шишмәһе исеме м‑н теркәлгән; тимерлек, бакалея кибете булған. 20-се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика