ҒӘБДҮК, Сысҡан, Белорет р-нындағы ауыл, Йөйәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 158 км һәм Йөйәк т. юл ст. Т.-Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 417 кеше; 1920 – 334; 1939 – 375; 1959 – 383; 1989 – 440; 2002 – 461; 2010 — 558 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Күрпәс-Табын улусы башҡорттары Сысҡан исеме м-н нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә (Ҡатай улусы старшинаһы ярҙамсыһы Ғәбдүк Нуғаев исеменән). 1795 й. 14 йортта 44 кеше (ш. уҡ типтәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1866 й. Ғ. (Әбдүк, Сысҡан) 32 йортта — 204 кеше. Малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика