АГРОКЛИМАТОЛОГИЯ (агро... һәм климатология), агрометеорологияның климатты а.х. факторы булараҡ өйрәнеүсе бүлеге. А. төп бурыстары: а.х. культураларының үҫеү, үҫешеү һәм уңыш биреүенең төп климатик факторҙарға бәйлелеген характерлаусы агроклиматик күрһәткестәрен билдәләү; климатты баһалау һәм терр‑яларҙы агроклиматик районлаштырыу; а.х. продукцияһы етештереү алымдары һәм технологияларының билдәле климатик шарттарҙа һөҙөмтәлелеген нигеҙләү; уңайһыҙ климатик факторҙарҙың а.х. объекттарына һәм технологик процестарына йоғонтоһо законлыҡтарын өйрәнеү, уларҙы кәметеү ысулдарын эшләү. Агроклиматик районлаштырыуҙың нигеҙенә а.х. культураларын вегетация осоронда йылы һәм дым м‑н тәьмин итеү, ш. уҡ уларҙы физик‑геогр. шарттарҙы (рельеф, үҫемлектәр донъяһы, тупраҡ һ.б.) иҫәпкә алып ҡышлатыу күрһәткестәре һалынған. Йылылыҡ м‑н тәьмин ителеү күрһәткесе булып тәүлектә уртаса т‑ра 10°С юғары булған актив т‑ралар суммаһы, дым м‑н тәьмин ителеүҙең — Г.Т.Селянинов гидротермик коэффициенты (ГТК); үҫемлектәрҙең ҡышлау шарттарының — һауа температураһының абсолют минимумының уртаса билдәләнеше тора.

1959 й. БАССР һәм Свердловск гидрометеорологик обсерваторияһы белгестәре тарафынан тәүге “Башҡорт АССР‑ы буйынса агроклиматик белешмә” (“Агроклиматический справочник по Башкирской АССР”) төҙөлә. Уның нигеҙендә респ. 6 төп тәбиғи терр‑я һәм 16 агротупраҡлы район билдәләнә. 1976 й. Урал гидрометеорология хеҙмәте идаралығы 1936—66 йй. метеостанциялар һәм дәүләт сорт һынау участкаларының мәғлүмәттәре нигеҙендә “Башҡорт АССР‑ының агроклиматик ресурстары” (“Агроклиматические ресурсы Башкирской АССР”) белешмәһен сығара. Респ. терр‑яһы 3 агроклиматик округка һәм 12 районға бүленгән була (ҡара: табл.). 1990 й. Бөтә союз а.х. метеорологияһы ҒТИ‑нда (Обнинск ҡ.) һәм Башгидромет белгестәре тарафынан “СССР ер фондын тәбиғи‑ауыл хужалығы районлаштырыуы” (Д.И.Шашко, 1684; “Природно-сельскохозяйственное районирование земельного фонда СССР”) картаһы һәм 1951—85 йй. метеостанциялар мәғлүмәттәре нигеҙендә респ. терр‑яһын агроклиматик районлаштырыу үткәрелгән. Терр‑яның тигеҙлек өлөшө — урта а.х. бүлкәтенең урман‑дала һәм дала зоналарының Урал алды урман‑дала һәм Ҡаҙағстан дала провинцияларына; тау өлөшө — Урал таулы өлкәһенең көньяҡ Урал тау‑дала һәм тау‑тайга, урта Урал тау‑тайга һәм тау‑болон провинцияларына индерелгән. 90‑сы йй. алып климаттың а.х. культураларына тәьҫирен — Башгидрометта (Т.И.Власова, В.В.Лапиков), а.х. культуралары һәм сорттары сәсеүлектәрен урынлаштырыу, уларҙы агроклиматик шарттарға бәйле игеү технологиялары б‑са Аграр университетта (В.М.Вәлиев, Р.Р.Исмәғилев) фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Климат ресурстары.

Әҙәб.: Научно‑прикладной справочник по агроклиматическим ресурсам СССР. Башкирская АССР. Л., 1990.

Т.И.Власова, Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

 таблица

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.