ГЕОФИЗИК АУЫЛЫ, Өфө р‑нында, Чесноковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Өршәк т. юл ст. Т. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1997 й. — 592 кеше; 2002 — 465; 2010 — 509 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Чесноковка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

        Ауылға 1961 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығының геофизик экспедицияһы ойошторолған ваҡытта нигеҙ һалына (халҡы Торфяной ҡасабаһы халҡы м‑н бергә иҫәпкә алына). 1993 й. Геофизик ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика