ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Сабаҡты күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 298;  2010 – 350 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1960 й. Башҡ-н терр. геол. идаралыҡ базаһы ойошторолоуға бәйле нигеҙ һалына (халҡы Күсем руднигы ҡасабаһы халҡы м-н бергә иҫәпкә алынған). 1994 й. Г. ҡасабаһы булараҡ теркәлгән (224 кеше), 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика