ҒАФУРИ, Бүздәк р-нындағы ауыл, Ғафури а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 790 кеше; 1959 – 876; 1989 – 683; 2002 – 641; 2010 – 609 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1929—30 йй. Бәләбәй кантонында Бүздәк с‑зы ойошторолғас, с-здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 90-сы йй. Ғ. Бүздәк с-зының Үҙәк усадьбаһы һәм Ғафури тимер юл разъезы ҡасабалары м‑н ҡушыла. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика