ЗАИКО Александр Иванович (25.3.1947, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. уйлап табыусыһы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1991 й. алып баш ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре үлсәү техникаһы һәм метрология проблемаларына арналған. З. үлсәүҙәге яңылышлыҡтарҙы билдәләүҙең комплекслы юлдарын, аэрокосмик техниканы тәбиғи шарттарҙа һынау өсөн мәғлүмәти үлсәү системаларын анализлау һәм синтезлау ысулдарын, бүленеү законы бер төрлө булған осраҡлы процестың матем. моделен, БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте пр‑тиеларында технологик процестарҙы метрологик тәьмин итеү өсөн норматив‑техник документтар, приборҙар һәм системалар эшләгән. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Точность аналоговых линейных измерительных каналов ИИС. М., 1987;  Теория систем. Стохастические модели. М., 2005;  Случайные процессы. Модели и измерения. М., 2006.

С.Г.Селиванов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика