ЗАГОРСКИЙ Валерий Куприянович (16.8.1940, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) 78‑се станоктар эшләү з‑дында (Силәбе ҡ.), 1965 й. алып “Союз” Өфө машиналар эшләү КБ‑нда (ҡара: “Мотор”) эшләй. 1973 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре трибология, машина деталдәренең өҫкө йөҙөн нығытыу проблемаларына арналған. З. етәкс. үтә юғары ҡеүәтле, кире полярлыҡлы күмер дуғаһының яныуын тотороҡландырыу проблемаһы хәл ителә; металдарҙың өҫкө йөҙөн электр дуғаһы ярҙамында нығытыу, механик юл м‑н тоташтырыла торған үткәргес торбаларҙы йыйыу һәм һалыу технологиялары һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть сәнәғәте, т. юл һәм йылға транспорты пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проектирование и расчёт трубопроводов в коррозионностойком исполнении. Уфа, 1997 (авторҙ.).

С.Ғөбәйеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика