ЗАҺИҘУЛЛИН Ринат Васиҡ улы (12.1.1960, Ырымбур өлк. Тирис‑Усман а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Екатеринбургта эшләй: 1984 й. тиклем “Электроавтоматика” з‑дында инженер, 1987 й. алып РФА Урал бүлегенең Металдар физикаһы ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. 1993 й. алып “Геофизика” етештереү фирмаһында (Өфө) төп ғилми хеҙм‑р, 2002 й. алып БДУ уҡытыусыһы. Фәнни эшмәкәрлеге машиналар эшләү һәм транспорт пр‑тиеларында емермәүсе контроль һәм техник диагностика проблемалары м‑н бәйле. З. ҡатнашлығында ҡорос изделиеларҙың һәм металл конструкцияларҙың сифатын тикшереү өсөн магнит, электромагнит һәм акустик ысулдар һәм приборҙар (МИТ‑1/2 магнитлы ҡалынлыҡ үлсәгес, ВД‑12НФП, АД‑64М дефектоскоптары) уйлап табыла. 140 фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Инфо-телекоммуникационная система мониторинга стальных трубопроводов. Повышение эффективности и расширение функциональных возможностей. Саарбрюкен, 2011 (авторҙ.); Устройство внутритрубного размагничивания стальных трубопроводов. Физические принципы и технические концепции. Саарбрюкен, 2011 (авторҙ.); Цифровой анализ сигналов в электромагнитной дефектоскопии. Физические основы и практические приложения. Саарбрюкен, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика