ЗАҺИҘУЛЛИН Рауил Рөстәмбәк улы (17.12.1959, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге продукцияны етештереү, уның сифаты һәм эшләү циклы м‑н идара итеү проблемалары, машиналар эшләүҙә технологик процестарҙы автоматлаштырыу м‑н бәйле. З. бер нисә класлы хеҙмәтләндереүсе ҡоролмаһы булған ҡорамалдарҙың эш расписаниеһын төҙөү алымдарын һәм рекурсив формалашыу моделдәрен, планлаштырыуҙың өс звенолы системаһы концепцияһын һ.б. уйлап таба. Асыштары БР пр‑тиеларының һығылмалы производство системаларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Системы управления интегрированным производством в машиностроении. Уфа, 2010.

В.Ц.Зориктуев

Тәрж. Р.Ғ. Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика