ЖИЛЯЕВ Александр Петрович (1.7.1959 Ишембай ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ, 1985 й. алып ӨНИ‑лә, 1986 й. — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында, 1998 й. — ӨДТАУ‑ла, 2001 й. — Механика ин‑тында (Өфө) эшләй. 2005 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында, бер үк ваҡытта АҠШ, Бөйөк Британия, Испания, Канаданың ғилми үҙәктәрендә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре материалдарҙың ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы м‑н бәйле. Ж. наноструктур материалдарҙың кристаллы төҙөлөшө дефекттары моделдәрен төҙөй, ультраваҡ бөртөклө, наноструктур металдарҙың һәм иретмәләр структураһының эволюцияһы (микроструктура, бөртөктәр сиге, металдарҙың текстураһы) һәм түбән т‑раларҙа саф металдарҙың үтә һығылмалылығы үҙенсәлектәрен тикшерә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Сверхпластичность и границы зёрен в ультрамелкозернистых материалах. М., 2008 (авторҙ).

А.А.Назаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018