ЖИБЕР Анатолий Васильевич (18.6.1946, Ҡаҙаҡ ССР-ының Колхоз а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). Новосибирск ун‑тын тамамлаған (1969). 1971 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһендә (Новосибирск ҡ.), 1973 й. — ӨАИ‑ла, 1990—93 йй. һәм 2001 й. — Хисаплау үҙәге булған Математика ин‑тында (2001 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р); 1993—2001 йй. Механика ин‑тында эшләй, бер үк ваҡытта 2000 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләрҙе, математик физика тигеҙләмәләрен тикшереү, интеграцияланған гиперболик тигеҙләмәләрҙе классификациялау м‑н бәйле. Ж. интеграллы һыҙыҡлы булмаған гиперболик тигеҙләмәләрҙе иҫәпләү классик мәсьәләһен сисә, ошондай тигеҙләмәләрҙең сиселешен төҙөү алымын тәҡдим итә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Инклинометры. Основы теории и проектирования. Уфа, 1998 (авторҙ.).

И.Т.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.