ДОМЕН СТРУКТУРАҺЫ, магнитта: магнетиктың бөтә күләме б‑са үҙенән-үҙе магнитлау дәрәжәһе төрлө йүнәлештә булған бер төрлө магнитланған макроскопик өлкәләр (домендар) йыйылмаһы. Ферромагнетиктарҙа критик т‑ранан түбән осраҡтарҙа (Кюри нөктәһе) һәм тышҡы магнит ҡыры көсөргәнешлелегенең билдәле бер ҡиммәттәрендә барлыҡҡа килә. Д.с. тибы магнит анизотропияһы үҙенсәлектәренә, сикләүсе йөҙҙәрҙең ориентацияһына (кристаллографик күсәрҙәргә ҡарата), магнетиктың формаһына һәм ҙурлығына, төрлө дефекттарға бәйле. Д.с. магнетиктың тышында магнит ағымы тоташҡан саҡта (мәҫ., Киттелдең Д.с.) йәки уның эсендә тоташтырыусы домендар барлыҡҡа килгәндә яһалырға мөмкин (мәҫ., Ландау—Лифшиц Д.с.). Д.с. яһалыуҙа өҫтәмә энергия талап иткән домен ҡатламдарының барлыҡҡа килеүе мөһим роль уйнай; уларҙа магнитлау дәрәжәһе йүнәлешенең арауыҡтағы үҙгәреүе күҙәтелә. Д.с. ферромагнит кристалдарҙың статик һәм динамик үҙенсәлектәренә тәьҫир итә. Башҡортостанда Д.с. б‑са теоретик тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. уртаһында М.М.Фарзетдинов етәкс. Башҡорт дәүләт университетының теоретик физика каф. башлана. Ферро-, ферриһәм антиферромагнит материалдарҙа Д.с. теорияһының үҫеше ортоферриттарҙа домен ҡатламдарының яңы тибын бүлергә һәм уларҙа “нескә структураның” барлыҡҡа килеүен алдан әйтергә мөмкинлек бирә (1996 й. МДУ‑ла тәжрибә ярҙамында асыла). Антиферромагнетиктарҙың, көсһөҙ ферромагнетиктарҙың Д.с. һәм уға тышҡы магнит ҡырының, баҫымдың, һығылмалы магнитик тәьҫир итешеүҙең һ.б. йоғонтоһо б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; домен ҡатламында фазалар күсеүе (М.Ә.Шәмсетдинов һ.б.), периодик Д.с. эйә магнетиктарҙа спин тулҡындары (С.Д.Мальгинова, Р.М.Сабитов, М.Б.Сәғҙәткирәева, А.Ә.Хәлфина, Шәмсетдинов һ.б.) теориялары эшләнә; магнит төрлөлөгөнөң яңы тибы — 0 градуслы домен ҡатламы табыла, уның нигеҙендә реаль магнетиктарҙа спин – яңынан ориентацияланыу күренешендә фазалар күсеүе теорияһы (Р.М.Вәхитов һ.б.) үҫеш ала; кристалдарҙың структур төрлөлөгөндә төрлө топологиялы солитондарҙың барлыҡҡа килеүе динамикаһы һөҙөмтәләре алына (Е.Г.Екомасов, Шәмсетдинов). 1972 й. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының антиферромагнетиктар һәм ферриттар лаб. (Р.А.Дорошенко, Фарзетдинов) тимер-иттрий гранаты, гематит, магнитлы ярым үткәргес кристалдарының Д.с. б‑са эксперименталь тикшеренеүҙәр башлана һәм яңы фотоиндукцияланған эффекттар асыла (Дорошенко һ.б.). Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында үтә һығылмалы материалдарҙағы Д.с. өйрәнелә (Х.Я.Мөлөков һ.б.).

Р.М.Вәхитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018