ЖЕРНАКОВ Сергей Владимирович (8.3.1962, Дүшәмбе), инженер-системотехник. Техник ф. д‑ры (2006). В.С.Жернаковтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй: 1986 й. тиклем “Вихрь” махсуслаштырылған конструкторлыҡ‑технология бюроһында, 2008 й. алып мәғлүмәт‑үлсәү техникаһы каф. мөдире, 2011 й. — электроника һәм биомед. технологиялары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге авиация двигателдәренең техник торошон контролдә тотоу һәм диагностикалауҙың интеллектуаль системалары м‑н бәйле. Ж. ҡатнашлығында ҡатмарлы техник объекттарҙы эксплуатациялауҙың мониторингыһы һәм идара итеү алымдары, алгоритмдары һәм программалары эшләнә. Асыштары “Молния”, “Мотор”, ”Рыбинские моторы”, “Самарские моторы” һ.б. пр‑тиеларға индерелгән. 385‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.); Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей. М., 2008 (авторҙ.).

В.И.Васильев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.