ЕРМИЛОВ Олег Михайлович (12.12.1949, Өфө), тау инженеры. РФА-ның мөхбир ағзаһы (2000), техник ф. д‑ры (1991) проф. (1995). РФ-тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың газ сәнәғәте отличнигы (1991), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2004). ӨНИ‑не (1973), РФ Хөкүмәте эргәһендәге Халыҡ хужалығы акад. (1995) тамамлаған. 1979 й. алып Төмән тәбиғи газдар ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тының Надым филиалында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1983 й. — ғилми-тикшеренеү экспедицияһы етәксеһе, 1988 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1994 й. башлап “Газпром добыча Надым” ЯСЙ-нда фәнни эштәр б‑са ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге геология, Алыҫ Төньяҡ шарттарында газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү, иҡтисад, газ сығарыу пр‑тиелары м‑н идара итеү проблемаларына арналған. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы. РФ Дәүләт пр. (1998), Ленин комсомолы пр. (1981), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2002), И.М.Губкин ис. пр. (2010) лауреаты.

Хеҙм.: Физика пласта, добыча и подземное хранение газа. М., 1996 (авторҙ.); Стратегия развития нефтегазовых компаний. М., 1998 (авторҙ.); Особенности геологического строения и разработки уникальных залежей газа Крайнего Севера Западной Сибири. Новосибирск, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика