ДОРОШЕНКО Рюрик Александрович (28.10.1948, Гурьев ҡ.), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2000), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй, 1980 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (1990 й. башлап лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магнитлы ярым үткәргестәрҙә һәм диэлектриктарҙа фотоиндукцияланған күренештәрҙе, магнитлы домен структуралары физикаһы һәм магнит үҙенсәлектәре тәртипкә килтерелгән кристалдарҙа резонанс күренештәрен өйрәнеүгә арналған. Д. оптик нурланыш, һығылмалы көсөргәнеш, электр һәм магнит ҡырҙары тәьҫирендә иттрийҙың легирланған феррит-гранаттарының һәм халькогенидлы хромлы феррошпинелдәрҙең физик үҙенсәлектәрен тикшерә; магнит доменлы структурала, магнитланыу йүнәлеше үҙгәреү, магнитострикция һәм магнит анизотропияһы процестарында, резонанс үҙенсәлектәрендә һәм яҡтылыҡ йотолғанда фотоиндукцияланған тәьҫирҙәрҙе аса. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. К.П.Краузе ис. пр. лауреаты (2002). 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м-н бүләкләнгән (2002).

В.А.Мазунов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке