ДМИТРИЕВ Сергей Владимирович (21.2.1961, Томск ҡ.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2008). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1985 й. алып Калинин, 1990 й. — Алтай техник (Барнаул ҡ.) ун‑ттарында. 1995 й. башлап Электр элемтәһе ун‑тында (Токио), 2004—07 йй. Токио ун‑тында. 2008 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге матем. модель әҙерләү һәм компьютер ярҙамында модель әҙерләү, шыйыҡлыҡҡа әйләнеү торошо физикаһы, физик материалдарҙы өйрәнеү ғилеменә бәйле. Д. дискрет системаларҙа солитон тибындағы тулҡындарҙы тикшерә; Пайерлс—Набарро потенциалы тәьҫирен тоймаған тулҡындарҙың моделдәрен төҙөй һәм өйрәнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Binary parity-time-symmetric nonlinear lattices with balanced gain and loss //Optics Letters. 2010. Vol.35. №17 (авторҙ.); Discrete breathers in crystals with NaCl structure //Physical Review. 2010. B 81 (авторҙ.).

А.Ә.Назаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке