ДИФФЕРЕНЦИАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘ, эҙләнелгән функция, уның төрлө дәрәжә сығарылмалары һәм ирекле үҙгәреүсәндәр ингән тигеҙләмә. Ябай (бер үҙгәреүсәнле функцияларҙың сығарылмалары ингән) һәм айырмалы сығарылмалар ингән Д.т.; һыҙыҡлы, квазиһыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған Д.т. айыралар. Төрлө процестар м‑н идара итеүсе тәбиғәт закондары Д.т. рәүешендә күрһәтелә; ул процестар барышын иҫәпләү Д.т. сисеүгә ҡайтып ҡала. Математик физиканың, механиканың, химияның һ.б. тәбиғәт фәндәренең мәсьәләләрен Д.т. килтерәләр. Башҡортостанда Д.т. б‑са тикшеренеүҙәрҙе 20 б. 70‑се йй. А.М.Ильин һәм А.Б.Шабат башлай. Башҡорт дәүләт университетында (Х.Х.Мортазин, Й.Т. Солтанаев, Й.Й.Фазуллин), Педагогия университетында (Р.Р.Ғәҙелшин), Математика институтында (Л.А.Калякин, В.Ю.Новокшенов) — матем. физика тигеҙләмәләрен сығарыуҙың асимптотик ысулдары, Авиация техник университетында (В.Ә. Байков, Р.Ҡ.Ғәзизов), Механика институтында (М.Ә.Илһамов, Р.И.Ниғмәтуллин, С.В.Хәбиров), Математика ин‑тында (А.В.Жибер) — ҡушымталарҙағы Д.т. төркөм үҙенсәлектәре, һуңғыһында ш. уҡ тарҡалыу теорияһы һәм матем. физиканың уның м‑н бәйле мәсьәләләре (И.Т.Хәбибуллин, Р.И.Йәмилев), БДПУ‑ла (Ғәҙелшин, Ф.Х.Мөҡминов), Стәрлетамаҡ педагогия академияһында (И.Ә.Кәлиев, М.Д.Рамаҙанов, К.Б.Сабитов), Математика ин‑тында (Р.С.Сакс) матем. физиканың сик мәсьәләләре өйрәнелә. БДУ‑ла (Мортазин, Солтанаев) — ябай дифференциаль операторҙарҙың спектраль теорияһын эшләү б‑са, Стәрлетамаҡ пед. академияһында (Л.М.Кожевникова, Сабитов һ.б.) айырмалы сығарылмалы Д.т. сифат һәм спектраль теориялары б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара:  Дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау.

Й.Т.Солтанаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018