ДЕФЕКТОСКОПИЯ (лат. defectus — етешһеҙлек һәм гр. skopeo — ҡарайым), материалдарҙың һәм изделиеларҙың (башлыса иретеп йәбештерелгән урындарының, ҡойоу һәм штамплау юлы м‑н яһалған деталдәренең) бөтөнлөгө йәки бер төрлөлөгө боҙолған урындарын табыу маҡсатында, уларҙы емермәйенсә, сифатын тикшереү ысулдары һәм саралары комплексы. Акустик ысул, электромагнит, радиация, радиотулҡын һ.б., ш. уҡ үтеп инеүсе матдәләр ярҙамында башҡарыла. БР‑ҙа иң ҙур Д. лаб. “Востокнефтезаводмонтаж”, “Востокнефтепроводстрой” ААЙ‑ларында, “Башэнергопроект” ЯСЙ‑нда (Өфө), ӨДНТУ эргәһендәге Техник диагностика үҙәгендә эшләй. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында (А.А.Абакумов, М.Ғ.Бәширов, Р.Ғ.Вилданов һ.б.) резервуарҙарҙың төбөн тикшереү өсөн МД‑10Т магнит-телевизион дефектоскобы уйлап табыла (“Газпром нефтехим Салават”, “Салаватнефтемаш” ААЙ‑ларында һ.б. ҡулланыла). Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында ярым үткәргестәрҙәге, иретеп йәбештерелгән урындарҙағы һ.б. етешһеҙлектәрҙе табыу өсөн шыйыҡ кристаллы дефектоскоптар (ҡара: Шыйыҡ кристаллы приборҙар) эшләнә (А.Н.Лачинов, О.А.Скалдин, А.Н.Чувыров). Д. өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙе “Свартэкс” ААЙ‑нда, Диатехсервис” ЯСЙ- нда (икеһе лә — Өфө), белгестәр әҙерләүҙе һәм уларҙы аттестациялауҙы координациялау “Башҡортостан Эксперттар ассоциацияһы”нда алып барыла.

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.