ДЕНЕБ, Аҡҡош α‑һы, ифрат гигант аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 1m,26. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 40 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 1400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. Альтаир һәм Вега м‑н бергә ҙур йәйге өсмөйөштө барлыҡҡа килтерә. БР терр‑яһында байымай торған яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә күренә. Авг.‑сент., төн уртаһында Д. офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (79°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.