ДЕМЕНКОВ Вячеслав Николаевич (25.4.1957, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1985 й. алып өлкән, 1993 й. – төп ғилми хеҙм‑р. 2009 й. башлап “Башҡортостан Республикаһының нефть эшкәртеү институты” ДУП‑ында. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәттең нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте тармаҡтарында энергия һаҡлаусы технологиялар булдырыуға арналған. Д. ҡатнашлығында атмосфера колонналарына йылытылмаған сеймал өлөштәрен ебәреү, һыу ярҙамында таҙартылған дизель яғыулығын тотороҡландырыу, юғары октанлы экологик таҙа бензин алыу схемалары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Д. тарафынан бензинды айырым колонналарҙа (пар һәм шыйыҡлыҡ ағымдары м‑н бәйләнгән) бер нисә сикләнгән фракцияға бүлеү, һыу парын файҙаланмайынса вакуумлы камерала битум алыу ҡулайламалары һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть эшкәртеү пр‑тиеларында индерелә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 75 уйлап табыу авторы.

М.Н.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.