ДЕЛЕВ Владимир Алексеевич (31.1.1965, Сызрань ҡ.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1987), 1989 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең физика бүлегендә, 1994 й. — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре тышҡы электр ҡыры тәьҫиренән шыйыҡ кристалдарҙың структураһы үҙгәреүен өйрәнеүгә арналған. Д. модуляцияланған диссипатив структураларҙың барлыҡҡа килеүе һәм тарҡалыуының механизмдарын, хаосҡа һәм турбулентлыҡҡа күсеү процестарын һ.б. тикшерә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм: Хаотическая динамика в системе электроконвекции нематического жидкого кристалла //Журнал технической физики. 2011. Т.81. Вып. 1 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018