ДАРИНЦЕВ Олег Владимирович (26.7.1967, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Берлек а.), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (2008). ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 2001 й. алып Механика ин‑тында эшләй: өлкән, 2008 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге интеллектуаль идара итеү системаларына һәм микроробототехникаға арналған. Д. ҡатнашлығында тиҙ хәрәкәт иткән пьезоэлектрик микройыйылмалы роботтар ғаиләһе һәм микроҡорамалдарҙың төрлө типтары, микророботтар төркөмө өсөн тотҡарлыҡлы мөхит эсендә иң ҡулай маршрут планлаштырыуҙың генетик алгоритмы, роботлаштырылған микройыйыу ф‑каһының идара итеү системаһын аппарат-программа м‑н тәьмин итеү һ.б. уйлап табыла. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 27 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.); Основы микроробототехники. Уфа, 2004 (авторҙ.).

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке