ДӘҮЛӘТШИН Хәмзә Ғәббәс улы (9.9.1912, Һамар губ. Ташбулат-Күстән а. — 16.7.1999, Ҡаҙағстан, Алматы ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1964), проф. (1965). Ғ.Й. Дәүләтшиндың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлағандан һуң (1937) Үзбәк ССР-ында һәм Мәскәүҙә эшләй. 1949 й. алып ӨНИ‑лә: 1954 й. тиклем һәм 1957— 62 йй. нефть промыслаһы механикаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1950—54 йй. тау һәм нефть ф-ты деканы. 1964 й. алып Пермь, 1968 й. — Ҡаҙаҡ (Алма-Ата) политехник ин-ттарында, 1974 й. — Төмән индустриаль ин-тында, 1976—79 йй. Фрунзе политехник ин-тында. Фәнни эшмәкәрлеге нефть промыслалары ҡоролмаларын файҙаланыу проблемаларына арналған. Д. штангалы насос ҡулайламаларының һәм тығыҙландырылған гидроприводтарҙың ышаныслы булыуын өйрәнә. 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Глубиннонасосная добыча нефти. М., 1966.

С.Н.Дәүләтшина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.