ДӘҮЛӘТШИН Мөҙәрис Мөбәрәкйән улы (1.9.1939, БАССР-ҙың Кушнаренко р‑ны Илек а.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (2006). Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау инженерҙары ин-тын тамамлағандан һуң (1967) Чимкент өлк. “Восход” дөгө үҫтереү совхозында баш инженер-механик. 1974 й. алып Ташкент өлк. Урта Чирчик р-ны башҡарма ком-ты а.х. идаралығының баш инженеры, 1975 й. алып А.х. механизациялау һәм электрификациялау б‑са Урта Азия ҒТИ‑нда өлк. ғилми хеҙм‑р (Яңы юл ҡ.). 1979 й. Башҡ. а.х. ҒТИ‑нда (өлк. ғилми хеҙм‑р), 2001 й. — БДАУ-ҙа. Фәнни хеҙмәттәре ауыл хужалығын механизациялау м-н бәйле. Д. ҡайһы бер а.х. культураларын механизациялап үҫтереү һәм йыйып алыу технологияларын һәм сараларын эшләй. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Защита почвы от эрозии и современные почвообрабатывающие машины в системе адаптивно-ландшафтного земледелия Башкортостана.

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018