АГРЕГАТЛАУ (лат. aggrego — беркетәм), комплекслы ҡулланыу өсөн бер-береһен тулыһынса йәки өлөшләтә алмаштыра алған үҙ аллы берәмектәрҙән йәки бер нисә машинанан агрегат төҙөү.

А. принцибы б‑са БР‑ҙа 1960—95 йй. станок агрегаттары һәм агрегат тибындағы станоктар (Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы), 80‑се йй. башынан — гидравлик система агрегаттары (“Гидравлика”), электр энергияһы тапшырыу, ш. иҫ. авиация системалары агрегаттары (Өфө агрегат производство берекмәһе һ.б.), механик һәм энергия тапшырыу системалары (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Витязь”), сәскестәр, күп функциялы тағылмалар (“Башсельмаш”), 1996 й. — быраулау ҡорамалдарын ташыу һәм монтажлау агрегаттары, күсмә насос агрегаттары (“Красный пролетарий”) һ.б. етештерелә.

Е.М.Дурко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке