ҒҮМӘРОВ Хәйҙәр Сәғит улы (10.2.1936, БАССР-ҙың Ейәнсура р-ны Күгәрсен а.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1989), проф. (1990). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1980). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1995 й. тиклем “Мотор” ҒПП-нда эшләй, бер үк ваҡытта 1982 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге двигателдәрҙе һәм осоу аппараттарын интеграциялау проблемаларына арналған. Ғ. ҡатнашлығында авиация (Р13-300, Р25-300, Р95Ш, АЛ-31Ф һ.б.) һәм ракета двигателдәре, ГТЭ-10/95 энергетика ҡулайламаһы уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте пр‑тиеларында етештерелә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Окт. Революцияһы (1984), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м-н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.).

Ә.С.Ғишваров

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика